Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Тажикстанға эш сәфәренең икенсе көнө тамамланды. Төбәк етәкскһе бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышты. Тәүҙә Радий Хәбиров Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашты.

Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү юлдарын барланы. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы. Радий Хәбиров республиканың Дүшәнбелә Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкиллеген асырға әҙер булыуын белдерҙе. Үҙ сиратында Шерали Кәбир илдең Рәсәй эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласағын билдәләне.

Ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлек юлдары Башҡортостан башлығының Тажикстан Хөкүмәте ҡарамағындағы туризмды үҫтереү комитеты рәйесе Джамшед Джумахонзода менән осрашыуҙа ла барланды. Радий Хәбиров республикаларҙың уникаль тәбиғәт объекттары, тарихи-мәҙәни һәйкәлдәр йәһәтенән оҡшашлығы барлығын билдәләне. Беҙҙә лә туристарға күрһәтерлек урындар күп. Өфө менән Тажикстанды бәйләүсе даими авиарестың булыуы хеҙмәттәшлекте тағы ла киңерәк йәйелдереү өсөн ҙур мөмкинлек, тине төбәк башлығы. Тажикстандың туризм өлкәһе ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, халыҡ-ара туризм иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлеше. Беҙҙең илдәр араһында был тармаҡта ла алға китеш бар. Быйыл Рәсәйҙән килеүсе туристар һаны йөҙ меңгә артыуы күҙәтелә, тине Джамшед Джумахонзода

Тажикстанға сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Дүшәнбе ҡалаһында индустриаль парк төҙөлөшө майҙансығында булды. Республика етәксеһе инженер-техник һәм планлаштырыу ҡарарҙары менән танышты. Индустриаль парк биләмәһендә майҙаны 23 мең ярым квадрат метрлыҡ өс производство корпусын реконструкциялау планлаштырыла. Улар металлургия һәм станоктар эшләү производстволарын, шулай уҡ еңел һәм медицина сәнәғәте предприятиеларын урынлаштырыуға йүнәлтеләсәк. Радий Хәбиров индустриаль майҙансыҡ ҡеүәттәрен һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Мәҫәлән, Башҡортостан предприятиелары араһында яңы парктың потенциаль резиденттары бар.