Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм үҙ эшен асыу һәм алып барыу, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем алыу менән ҡыҙыҡһынған ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Программаны «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы менән берлектә төбәктең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды, милли мониторинг һәм аналитика үҙәге әҙерләгән. Уҡыу ике ай дауамында дистанцион форматта алып барыласаҡ.