Республика район-ҡалаларында санитар оборонаға әҙерлек буйынса махсус уҡыуҙар үтә

Саралар Башҡорт дәүләт медицина университетының тактик медицина уҡыу үҙәге етәксеһе, «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусыһы Алина Маннапова ҡатнашлығында ойошторолған.

Күптән түгел семинарҙар Күмертау ҡалаһында һәм Тәтешле районында үткән. Семинар барышында медицина ярҙамы күрһәтеүҙең практик аспекттары ҡаралған. Был саралар ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында халыҡҡа тәүге ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәле ысулдарына, потенциаль хәүефкә әҙерлек кимәлен күтәреүгә һәм урындағы медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, санитар оборонаға әҙерлек буйынса уҡыуҙар бығаса ла ойошторолған булған. Федераль программа Дәүләт Думаһы тарафынан ҡайтанан индерелде.

Беренсе ярҙамды һәр кем күрһәтә белергә тейеш тигән фекерҙәмен. Юл-транспорт ваҡиғаһы эргәһенән үткәндә мәҫәлән, кемгәлер йөрәк-үпкә реанимацияһы эшләргә кәрәк булыуы ихтимал. Шуға ла минең ҡарамаҡҡа санитар оборона сараларына төшөнөү мөһим. Әлеге ваҡытта эш республика район-ҡалаларында башланып ҡына тора. Уҡыуҙар ике этапта алып барыласаҡ.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры