4 октябрь төнгө сәғәт 11-ҙән һуң Вера Хрычева менән Виталий Григорьевтың ғаиләһенең өйөндә янғын сыға. Ут Совет урамындағы бер ҡатлы ике фатирлы ағас йортто ялмап ала. Уны ғаилә башлығы үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә үҙе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй, әммә Матвей, Мирон һәм Макар исемле өс ул үҫтергән ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.
Бөтөнләй мөлкәтһеҙ ҡалған ғаилә әлеге ваҡытта туғандарында урын тапҡан-улар мунсаның икенсе ҡатында йәшәй. Янғында зыян күреүсе ғаиләгә теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Иғәнәләрҙе Вераның әсәһе Ольга Юрьевна Папонованың иҫәбенә күсерергә мөмкин. Телефон һандары Сбербанк картаһына бәйләнгән.