Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Башҡортостанда тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте үтәү торошо» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Йыйылышта Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы телдәр буйынса комиссия эше ҡаралды. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдәр асыу буйынса Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе үтәлеше тикшерелде. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошторолған саралар һәм киләсәккә пландар барланды.