Башҡортостан һәм Тажикистан республикалары туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә

Был турала Радий Хәбиров Дүшәмбелә эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе республикаларҙың тәбиғәте һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары оҡшашлығын билдәләне. Ике баш ҡала араһында авиабәйнәнеш булыуы хеҙмәттәшлекте арттырыу өсөн ҙур мөмкинлек, тине Радий Хәбиров. Тажикистандың туризмды үҫтереү комитеты рәйесе Джамшед Джумахонзода белдереүенсә, быйыл Рәсәйҙән килеүсе туристар һаны йөҙ меңгә артыуы күҙәтелә.