Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Майкоп ҡалаһында ойошторолған кино фестивале барышында халыҡ-ара конкурс еңеүселәре билдәләнде. Ижади бәйгелә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берлеге илдәренән, Төркиәнән һәм Рәсәй төбәктәренән 300-ҙән ашыу картина ҡатнашты. Режиссер Руслан Юлтаев “Бетеү” фильмы өсөн диплом менән бүләкләнде. Рәссам Рима Шәрәфетдинованың “Һуңғы киносеанс” йәнһүрәте иң яҡшы анимацион фильм исеменә лайыҡ булды.