Дүшәнбелә ул «Кохи Наурыз» һарайын һәм республиканың милли музейын барып күрҙе. «Кохи Наурыз» һарайы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы һигеҙ заман мөғжизәһенең береһе һанала. 2014 йылда асылған комплекс 40 мең квадрат метр майҙанды биләй һәм Тажикстандың иң популяр ял урыны. Милли архитектураны сағылдырған залдар мозаика, төҫлө быяла, ағас, таш, көҙгөләр менән биҙәлгән. Музей иһә 1934 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. 2011 йылда ғына ул милли статусын ала һәм яңы айырым бинаға күсерелә. Әле 22 күргәҙмәләр залында Тажикстан халҡының бар тарихи-мәҙәни байлығы, милли төрлөлөгө күрһәтелә. Радий Хәбиров Дүшәнбенең иҫтәлекле урындары туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа мөһим роль уйнауын белдерҙе.
Радий Хәбиров Үҙәк Азиялағы иң ҙур мәсеттәрҙең береһен барып күрҙе. Абухәниф Имам Аъзам исемендәге үҙәк йәмиғ мәсете 2023 йылда ғына асылған. Уны Тажикстан менән Катар архитекторҙары берлектә төҙөгән. Мәсеттә бер юлы 133 мең кеше доға ҡыла ала.