Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Был мөһим ваҡиға ил Президентының Тажикстанға сәфәре сиктәрендә үтте. Владимир Путин менән Эмомали Рахмон ҡатнашлығындағы сарала Радий Хәбиров Тажикстандың инвестиция һәм дәүләт мөлкәте менән идара итеү дәүләт комитеты рәйесе Султон Рахимзода менән килешеү нөхсәләре менән алышынды.

Документ яҡтарҙың преференциялы яңы биләмә төҙөүҙә хеҙмәттәшлеген күҙ уңында тота. Буласаҡ парк ун гектарға яҡын майҙанды биләйәсәк. Әле үк ҡыҙыҡһыныусы резиденттар бар. Хәҙер производство корпустарын төҙөкләндереү һәм модернизациялау эштәре башланасаҡ. Радий Хәбиров был сараны Башҡортостандың тышҡы иҡтисадтағы эшмәкәрлеген таныу тип атаны.