Башҡортостандың Рәсәй Президентының дәүләт сәфәрендә ҡатнашыуы тышҡы иҡтисади аренала биләгән урынын нығытыуын һәм статусын арттырыуын иҫбатлай. Федераль үҙәк республиканы етди һәм ышаныслы төбәк булараҡ ҡабул итә. Был күренеш башҡа күләмле халыҡ-ара проекттарҙа ҡатнашыуға ла юл аса. Сәфәр дөйөм һүҙҙәрҙән аныҡ эштәргә күсеүгә мөмкинлеге бирҙе. Төҙөләсәк Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркы төп ҡаҙаныш. Проект Башҡортостан предприятиеларына перспективалы баҙарға сығыу өсөн платформа буласаҡ, ти эсперттар.
Күрше илдәрҙә иҡтисади бәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүе сәйәси мөнәсәбәттәрҙең дә нығыныуына ишара. Башҡортостан да Советтар союзынан һуңғы киңлектәрҙә, айырыуса үҙәк Азияла төрлө иҡтисади проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән ил етәкселеге республикаға ҙур мөмкинлектәр аса. Үзбәкстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу ҙа Башҡортостандың иҡтисади интеграция өлкәһендәге ҡаҙанышы. Был эшмәкәрлек Башҡортостан дәүләт сәйәсәтенең мөһим элементы булыуын иҫбатлай, ти эсперттар.