Республика көнө уңайынан тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм уҡытыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре-барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.
Төрлө һөнәр эйәләре булһа ла уларҙы бер сифат- илһөйәрлек, эшһөйәрлек берләштерә. Тап һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәт республика, Рәсәй үҫешенә ҙур өлөш индерә. Хәҙерге шарттарҙа башҡаларға үрнәк булырлыҡ хеҙмәт алдынғылары, үҙ эшен яратып башҡарған оҫталарҙың өлгөһө баһалап бөткөһөҙ, тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Бүләкләнеүселәр араһында тотош ғүмерен йәмәғәт, дәүләт эшенә бағышлаған шәхестәр ҙә бар. Әнәс Вәлиуллинды Иглин районының йылъяҙмасыһы тиҙәр. Район хакимиәтенең мәғлүмәт -аналитика бүлегендә эшләүсе коллегабыҙ райондың ғына түгел, тотош республика үҫеше тураһында меңәрләгән гигабайт архив туплаған. Төбәк тормошонда үҙе лә ҡайнап йәшәгән Әнәс Ғабдулла улы Рәсәйҙең атҡаҙанған урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.