Тотош ил буйынса таралған продукция ассортиментында интерьер өсөн диффузорҙар, автопарфюм да бар. Үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән йәштәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты. Тулыраҡ киләһе материалда.
Хуш еҫле шәм эшләү ҡатмарлы түгел. Башта буш һауыт уртаһына филтә нығытыла, артабан иретелгән балауыҙға билдәле пропорцияла хуш еҫле май ҡушыла. Артабан әҙер һауытҡа ҡатнашманы бушатырға ғына ҡала. Бер-ике аҙнанан хуш еҫле шәм әҙер ҙә була. Өфө студенттары Михаил Ларин менән Арина Маврина был шөғөлгә ярты йыл элек кенә тотонған. Бөгөн улар уңышлы сауҙа итә.
Тәбиғи сеймалдан етештерелгән хуш еҫле продукцияға ихтыяж юғары, башта улар ҡала сауҙа нөктәләрендә генә һатылһа, яңыраҡ маркетплейста ла тауар линейкаһы барлыҡҡа килгән. Өфөләге гастрономия фестивалендә ҡатнашыу брендты танытыу мөмкинлеге биргән.
Йәштәр социаль селтәрҙәр аша брендты танытыу йүнәлешендә эшләй, шулай уҡ уртаҡ хыялдары ла бар-производствоны киңәйтеп, хуш еҫле продукция ассортиментын арттырыу. Республика көнөндә беҙҙең телеканал тамашасыларына теләктәрен дә еткерҙеләр.
Гөлназ Хәйбуллина