Ҡала һәм райондарҙа тантаналы саралар үтә. Баш ҡалала байрам Дуҫлыҡ Монументына һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер асыла. Совет майҙанында уҡыусыларҙы “шайморатовсылар” сафына ҡабул итеү тантанаһы уҙа. Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!” исемле концерт була. “Дим”, “Беренсе Май”, “Тулҡын”, “Ҡашҡаҙан”, Яҡутов партктарында ла байрам саралары тәҡдим ителә. Өфө ҡалаһы тарихы музейында “Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы” исемле лекция уҡыла. Республика милли музейында “Алға, Башҡортостан!” исемле диктант акцияһы ойошторола. “Родина” кинотеатрында Булат Йосоповтың “Беренсе республика” фильмы күрһәтелә.