Башҡортостанда Республика көнө тантаналы рәүештә билдәләнде

11 октябрҙә Башҡортостандың төп дәүләт байрамы-Республика көнө билдәләнә. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тарихи датаға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, республикала йәшәүселәрҙе байрам менән тәбрикләне. Сәхнәлә хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Тантаналы йыйылыштан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы

Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш дәүләт символдары-Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын сығарыуҙан һәм гимндан башланды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика төп дәүләт байрамын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршы ала. Төҙөлөш, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе булһынмы, тышҡы иҡтисад, инвестициялар йәлеп итеүме-бар тармаҡтарҙа ла тотоҡроҡло үҫеш күҙәтелә.

Тантаналы йыйылышта республика үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров заман батырҙары-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла рәхмәт белдерҙе.

Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлыҡҡа ла юғара баһа-бер төркөм яугирҙарға Рәсәй геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов ордены менән миҙалы тағылды. Бүләкләнеүселәр араһында махсус хәрби операция биләмәһендә водитель булып хеҙмәт иткән Марсель Ямалетдинов та булды.

Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлав исемендәге дәүләт премияһы лауреаттарын бүләкләү менән дә иҫтәлекле. Быйыл абруйлы наградаға «Көрәш һарайы» проекты архитектураһы өсөн «Башҡортостанда инфраструктура һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу фонды» генераль директоры Андрей Стариков, «Ер хәтере. Урал көсө» һынлы сәнғәт әҫәрҙәре серияһы өсөн билдәле рәссамдар Әмир Мәжитов менән Йәлил Сөләймәнов лайыҡ булды. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр исемлегендә Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баш режиссеры Сулпан Асҡарова ла бар.

Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш билдәле артистар, йыр-бейеү коллективтары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды, Башҡортостанды данлаған сығыштарҙы тамашасылар ихлас ҡабул итте.

Гөлназ Хәйбуллина