Башҡортостанда спорт майҙансыҡтары асыуға старт бирелде

Башҡортостан спорттың күп төрҙәре буйынса илдең терәк төбәге иҫәпләнә. Республика 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурлана. Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе шулай уҡ видеобәйләнеш аша район-ҡалаларҙа 13 спорт майҙансығын асыуға старт бирҙе. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә тәүге өс субъект иҫәбенә инә. Һуңғы биш йылда ғына 1 мең 400 ҡоролма сафҡа ингән. Физкультура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы барышында улар тағы ла 13-кә артты. «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы ярҙамында 12 муниципалитетта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килде. Ә «Сәләмәт Ватан» йәмәғәт хәрәкәте Өфөнөң Ағиҙел буйында күп функциялы спорт майҙансығын файҙаланыуға тапшырҙы.

Спорт майҙансыҡтарын асыуға Башҡортостан башлығы видеобәйләнеш аша старт бирҙе. Совет эшендә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында абруйлы ҡунаҡтар, данлыҡлы спортсылар, шулай уҡ сит ил вәкилдәре бар ине. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәй спорт министрлығы ярҙамында республикала спорт тармағы әүҙем үҫешә. Бөтә объекттар ҙа ҙур һорау менән файҙалана һәм реаль һөҙөмтә бирә.

Төбәк башлығы Башҡортостанда «Бизнес-спринт. Спортты һайлайым!» федераль проектының уңышлы ғәмәлгә ашырылыуын билдәләне. Дәүләт -шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланып өс объект файҙаланыуға тапшырылған. Киләһе йыл да шул уҡ күләмдә асыу ҡаралған. Республика Рәсәйҙең Спорт министрлығына Өфөлә баскетбол үҙәге төҙөүгә ғариза биргән.

Ғәҙәттәгесә, Өфө-һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн илдә алдынғы спортты үҫтереү үҙәге.

Республикала паралимпия һәм сурдлимпия уйындары еңеүселәрен әҙерләү буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Шулай уҡ инвалидлыҡ алған 43 махсус хәрби операция ветераны адаптив спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Республикала «Ауыл һәм ҡала тренеры» программалары эшләй. Киләһе йылдан республиканан 22 белгес федераль ярҙам аласаҡ. Спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына юғары уңыштары өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҡаралған.

Төбәк башлығы спортсыларға һәм тренерҙарға, шулай уҡ спорт федерациялары вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Совет ултырышы һөҙөмтәһе буйынса йөкләмәләр исемлеге төҙөлдө. Унда спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү, бер нисә объект төҙөү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.

Илдар Байбулатов