Өфөлә тәүге профессиональ падел-турнирға старт бирелде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов республикала падел-спорт буйынса беренсе профессиональ турнирға старт бирҙе. Өфөлә яңы спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн клуб асылды. Шулай уҡ Өфөлә төҙөләсәк Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалынды. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Башҡортостанда был спорт төрөн үҫтереү өсөн беренсе махсуслаштырылған үҙәк-«Арена» падел-клубы үҙ ишектәрен асты. 2000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда халыҡ-ара стандарттағы 5 ябыҡ падел-корт эшләй.

Падел- теннис һәм сквош уйынындарына оҡшаш. Майҙансыҡта селтәр түбәндән тартылған, шуға ла өҫтәл теннисындағы кеүек туп аҫтан һуғыла, сквоштағы кеүек үк быяла стеналар бар.

Яңғыҙ ҙа, парлы ла уйнарға була. Ғәҙәттә, ике уйынсынан торған командалар бер-береһе менән ярыша. Уйындың маҡсаты- тупты кире ҡағып мәрәй йыйырға тырышыу.

Балалар тиҙ үҙләштерә был спорт төрө ҡағиҙәләрен. Теннистан айырмалы быяла стеналарға тупты бәреп уйнап була. Һәр миллионлы ҡалала падел корттары бар. Мәскәүҙә, мәҫәлән, улар күпләп асыла.

Руслан Әхмәтгәрәев, тренер

Тантанала яңы спорт төрөнөң потенциалы ҙур тип билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа ул ил төбәктәрендә йылдам үҫеш алған.

Падел спорт төрө булараҡ хәҙер Рәсәйҙең 60 төбәгендә үҫешә. Рәсәй Кубогы йомғаҡтары буйынса беҙ йыйылма команда ойоштороу хоҡуғына эйә булдыҡ. Халыҡ- ара чемпионаттарҙа ҡатнаша алабыҙ.

Алексей Сорокин, Падел федерацияһы етәксеһе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков Өфөлә төҙөләсәк Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Яңы бина Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге биләмәһендә урынлашасаҡ.

Объектты Рәсәйҙең өҫтәл теннисы федерацияһы бүлгән 300 миллион һум аҡса иҫәбенә төҙөү планлаштырыла. 2 мең квадрат метр майҙанда спорт, тренажер һәм күнекмәләр залдары, 150 кешегә иҫәпләнгән тамашасылар урындары булдырыласаҡ. Өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалыу сараһында Башҡортостан хөкүмәте менән Рәсәйҙең Өҫтәл теннисы федерацияһы араһында хеҙмәттәшлеккә ҡул ҡуйылды. Шулай уҡ киләсәк быуынға яҙылған хат менән капсула төшөрөлдө.

Башҡортостанда өҫтәл теннисы үҙәге булдырыу бигерәк тә йәш быуын өсөн кәрәкле тип һанайым, был өлкәлә улар ҙур еңеүҙәргә ирешер тип ышанам.

Александр Бабаков, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй өҫтәл теннисы федерацияһы президенты

Башҡортостанда өҫтәл теннисы 1928 йылдан алып үҫешә һәм әлеге көндә был спорт төрө менән 25 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта республикала Рәсәйҙең 11 спорт мастеры, 400-ҙән ашыу спорт мастерлығына кандидат иҫәпләнә. Башҡортостан йыйылма командаһы Рәсәйҙә иң көслөләр иҫәбендә-ике тапҡыр Рәсәй чемпионатында өсөнсө урын, ә Рәсәй Кубогында 2-се урын яулаған. Был башҡорт өҫтәл теннисы тарихында тәүге ҙур еңеүҙәр.

Республикала спортты үҫтереүгә иғтибар ҙур. Бындай объекттарҙы булдырыу- сәләмәт, спортта ҙур уңыштарға ирешәсәк киләсәккә нигеҙ һалыу.

Рәмилә Исмәғилева