Радий Хәбиров Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров менән осрашты

Яҡтар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан был өлкәлә интенсив һәм һөҙөмтәле эш алып бара. Республика йәштәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ тәрбиә һәм мәғрифәтселек эшен ойоштороу кәрәклегенә иғтибар итте. Григорий Гуров билдәләүенсә, Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә системалы ҡараш күрһәтә һәм был өлкәлә лидерҙарҙың береһе булып тора. Осрашыуҙа яҡтар Башҡортостандың «Йәштәр өсөн төбәк» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға заявкаһын әҙерләүҙе тикшерҙе. Проект сиктәрендә республикала бер нисә социаль объектты реновациялау планлаштырыла.