Уңышты йыйып бөткәс тә баш ҡалаға лайыҡлы бүләк артынан. Ҡырҡ йыл буйы механизатор булып эшләгән Станислав Ғөбәев бер төркөм хеҙмәт алдынғылары менән бер рәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулынан награда алды. Тотош ғүмеремде тиерлек ауылда, трактор рулендә уҙғарғас баш ҡалаға килеп Республика көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнашыу ҙур һынау булды, ти Станислав. Үҙенең көндәлек эшендә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән, үҙ һөнәрендә, төбәк үҫешендә локомотив булған шәхестәрҙе тәбрикләү тантанаһынан Айнур Кәбиров репортажы.
Яҙҙан алып трактор гөрһөлдәүенән тоноп бөткән ҡолаҡтарҙы скрипка тауышы иркәләй. «Мөхәббәт тарихы» композицияһын да ҡатыны менән күптәнән бергә тыңлағандары юҡ. Хәйер, квартетты ла беренсегә ишетә. Быға тиклем телевизорҙа ғына күрә инем, ти Станислав. Ә бөгөн иһә көйҙәр тик уның өсөн шәхсән яңғырай.
Бындай иҫтәлекле тантанаға костюм -салбар кейеп килмәй булмай. Ә бит костюмды ла ул һуңғы тапҡыр туйына кейгәнен генә хәтерләй. Ҡалған ваҡытта спецовка. Теүәл ҡырҡ йыл. Ауыл хужалығында Ғөбәйевтәр династия менән эшләй. Йәмғеһе туғыҙ кеше. Бөгөн Станислав «Хеҙмәт династиялары» республика конкурсында еңеп сыҡҡан башҡа ғаиләләр менән Радий Хәбиров ҡулынан лайыҡлы наградаһын алды.
Залда ултырғандарҙың һәр береһе күп яҡлы һәләт эйәһе. Әнәс Вәлиуллинды Иглин районының йылъяҙмасыһы тиҙәр. Район хакимиәтенең мәғлүмәт -аналитика бүлегендә эшләүсе коллегабыҙ райондың ғына түгел, тотош республика үҫеше тураһында меңәрләгән гигабайт архив туплаған. Дәүләт эше яҙыусы булыуға ла ҡамасауламай. Ә районды ул башлыҡтарҙан да яҡшыраҡ белә. Төбәк тормошонда үҙе лә ҡайнап йәшәгән Әнәс Ғабдулла улы Рәсәйҙең атҡаҙанған урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм уҡытыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре-барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Төрлө һөнәр эйәләре булһа ла уларҙы бер сифат- илһөйәрлек, эшһөйәрлек берләштерә. Һуңғыһы хатта артығы менән. Ярай ҙа хеҙмәт һөйөүҙе аңлап ҡабул иткән, терәк булған тыл, бар, ти тәбрикләнеүселәр.
Ниндәй генә һөнәр эйәләре булмаһын һәр береһенең хеҙмәт юлы башында уҡытыусы тора. Уҡыусының ҡаҙанышы-уҡытыусы уңышы, ти 50 йыл ғүмерен педагог хеҙмәтенә биргән Гөлсирә Йосоповна. Бөгөн уға Башҡортостан башлығы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы.
Тап ошондай шәхестәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте республика, Рәсәй үҫешенә ҙур өлөш индерә. Хәҙерге шарттарҙа башҡаларға үрнәк булырлыҡ хеҙмәт алдынғылары, үҙ эшен яратып башҡарған оҫталарҙың өлгөһө баһалап бөткөһөҙ, тине Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Башҡортостан менән Рәсәйҙең дәүләт наградалары, орден һәм миҙалдар, маҡтау хаттары-быларҙың барыһы ла артабанғы эшкә этәргес, көс бирә, ти бүләкләнеүселәр. Станислав та байрам тип ҡарап тормай ҡайтҡас та тракторына ултырасаҡ. Кукуруз урылған да, сиратта бит Көнбағыш тора.
Айнур Кәбиров