Ағиҙелдә аркалы күпер аша хәрәкәт асылды

Республика  көнөндә  Радий  Хәбиров  Өфөлә  Ағиҙел аша  аркалы  күперҙән  хәрәкәткә старт бирҙе.  Бөгөн  үтә  мөһим сараға шаһитбыҙ.  Күперҙе  асабыҙ.  Беҙ  Владимир Путинға, Рәсәй хөкүмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ.  Был күпер шулай  уҡ  федераль аҡсаға  төҙөлдө. Заявканы  әҙерләү буйынса  яҡшы  эш башҡарылды, - тине  ул.  Республика  Башлығы шулай  уҡ  күперҙе төҙөүселәргә дәүләт  наградалары  тапшырҙы.  Ағиҙел аша аркалы  күпер  1956 йылда төҙөлгән. Унда  ремонт эшләнде.