Өфөлә Шайморатов класстары уҡыусылары тоғролоҡҡа ант бирҙе

Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! Шайморатов класында уҡыусылар тантаналы шарттарҙа тоғролоҡҡа ант бирҙе. Баш ҡаланың Совет майҙанына республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан алты йөҙгә яҡын бала йыйылды. Радий Хәбиров буласаҡ Ватан һаҡсыларын шайморатовсыларға бағышланы. Республика көнөнә арналған тантаналы саранан Айнур Кәбиров репортажы.

Әле күптәр темпҡа баҫа ла белмәй. Аяҡтар ҡулдарҙан айырым эшләй, ҡолаҡтар ҙа ритмды ишетмәй. Ләкин сафта улар ғорур һәм ышаныслы баҫып үтә. Ни тиһәң дә маршты ысын һалдаттарға парадтарҙа ғына уйнаған хәрби оркестр башҡара. Дирижер бөгөн музыканттарҙы ғына түгел,балаларҙың хәрәкәтен дә күҙ уңында тотоп бер бөтөн итергә тырыша.

Өйрәнерҙәр, сөнки улар Шайморатов класы уҡыусылары. Ә унда тик тырыш, ныҡышмал, һәләтле, зирәк балалар ғына белем ала. Уҡыуҙа ла улар өсөн айырым талаптар. Уҡтан атыу, хатта атта йөрөү ҙә легендар комдив исемен йөрөтөүселәр өсөн ғәҙәти күнекмә.

Баш ҡаланың совет майҙанында ла бөгөн тап шундай сифаттарға эйә малай- ҡыҙҙар йыйылған. Тотош республиканан 578 бала. Ә бына антты әйтеү Сибай егете Асҡар Сирбаевҡа ышанып тапшырылды. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия- интернаты тәрбиәләнеүсеһе тәүге һәм иң мөһим бурысын лайыҡлы башҡарҙы.

Тулҡынланмайынса ла мөмкин түгел. Көн дә бит офицерҙар, махсус хәрби операция яугирҙары, Башҡортостан башлығы алдында сығыш яһамайҙар. Радий Хәбиров та дәүләт байрамында бирелгән анттың күңелдә ғүмерлеккә уйыласағы һәм Шайморатовсыларҙың да уға тоғро ҡаласағына ышаныс белдерҙе,

Ант әйткәндән һуң Шайморатов кластарына легендар кавалерия дивизияһының хәрби байрағы күсермәһе тапшырылды.

Байраҡ тапшырыу, сафта үтеү, яугирҙарҙы сәләмләү, ҡаһарман генерал һәйкәленә сәскә һалыу- быларҙың барыһы ла илһөйәрлек тураһында меңдәрсә һүҙ һөйләүгә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк. Тантана һуңында ла ҡараштар ҡыйыуыраҡ, сафтар тигеҙерәк, ә аҙымдар күпкә ышаныслыраҡ яһалды.

Айнур Кәбиров