2019 йылдан алып Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған

Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фаптар иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Был аҙнала сафҡа индерелгән модулле медицина пункттарында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

Архангел районы Ҡыҙғы ауылы фельдшеры Әлфирә Ноғоманова медицина өлкәһендә 45 йыл хеҙмәт итә. Ҡасандыр ул утын яғып, һыу ташып эшләргә мәжбүр булһа, хәҙер яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу менән пациенттарҙы ҡабул итеүҙә, уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән.

Медицина учреждениеһы 260 кешене, шул иҫәптән 24 баланы хеҙмәтләндерә. Урындағы халыҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын көтөп алған.

Басиновка ауылында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар өсөн бөтә шарттар булдырылған, объект заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Прививка яһатырға, диспансер тикшереүе үтергә мөмкин.

Архангел районында бер көндә өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты ҡабул итә башланы. Уҫаҡлы ауылында йәшәүселәргә лә сифатлы медицина ярҙамы яҡынайҙы.

Был аҙнала оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл фельдшерҙарына һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға саҡырҙы, шулай уҡ видеобәйләнеш аша республикала бер юлы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Модулле объекттар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса төҙөлгән.

Быйыл Башҡортостанда 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип амбулаторияһы һәм дөйөм практик табип офисын асыу планлаштырылғайны, бөгөн уларҙың 120-һе буйынса эш тамамланған. Беренсел звеноны яңыртыу саралары артабан да дауам итә.

Гүзәл Ситдиҡова