Бөгөн Белорет районында ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ арҡаһында 13 километрлыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Махсус хеҙмәттәр юлдағыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иртәнге сәғәт 7-нән Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы буйлап хәрәкәтте туҡтатты. Күҙәтеү барышында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары туңған водителгә ярҙам күрһәткән. Бәләгә тарыусы боҙлауыҡ мәлендә юлдан төшөп киткән булған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, Абҙаҡ ауылы янындағы трассала ла ҙур тығындар күҙәтелә. Өс көнлөк байрам булыуын иҫәпкә алып күптәр ауылға ҡайтҡан. Әммә автомобилселәр бындай һауа торошон әҙер булмай сыға. Ҡотҡарыусылар һауа шарттары яҡшырғанға тиклем әлеге йүнәлештәге сәфәрҙән тыйылып торорға кәңәш итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Архангел һәм Белорет райондары биләмәһендә транспорт хәрәкәте сикләүҙәре бөтөрөлгән.