Уның эшмәкәрлегенә старт биреү сараһында Башҡортостан бышлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. «Да дому» магазины бары тик белорус етештереүселәренең продукцияһын-түшәктәр, өй кейеме, һауыт-һаба һәм йортта уңайлы атмосфера булдырыу өсөн тауарҙарҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡһатыуға фарфор, керамика һәм балаҫтар сығарылған. Белоруссия еңел сәнәғәте концерны Рәсәйҙә 10 магазин асырға планлаштыра. Уларҙың береһе Өфөлә-Башҡортостан менән Беларусь араһында хеҙмәттәшлек нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Проектты республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы оҙатып бара.