«Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса 7 йылда меңдән ашыу тематик аллея барлыҡҡа килгән

2019 йылдан республикабыҙ ҡала-райондарында 183 мең төп ҙур ағас, 1 миллион 700 мең үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Быйыл көҙ генә акцияға 37 меңгә яҡын кеше ҡушылды. Йыл һайын Башҡортостан «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Быйыл урмансыларыбыҙ 3 миллион ярым самаһы шыршы, ҡарағай, йүкә һәм башҡа үҫентеләрҙе тамыр йәйҙергән. Ауылдарыбыҙҙы йәшелләндереү, республика урмандарын һаҡлау-ҙур һәм мөһим эш, уны дауам итәсәкбеҙ. Был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, тигән Башҡортостан башлығы.