Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың туғандары һәм йәш быуын вәкилдәре саҡырылды. Скульптура композицияһы яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Ошо уҡ урында аллея төҙөлгән һәм хәрби техника ҡуйылған. Был һәйкәл-беҙҙең уртаҡ хәтер һәм киләсәк быуындарға васыят, тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Ул шулай уҡ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарҙың ата-әсәләренә улдарының Батырлыҡ орденын тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар һәләк булған яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һәйкәлгә сәскә һалды.
Хәйбулла районында Республика көнөнә арналған ҙур байрам концерты үтте. Быйыл ул төбәктең 95 йыллығы менән тап килде. Ошо ваҡыт эсендә хәйбуллалар ҙур үҫеш юлын үткән. Улар үҙҙәренең тәбиғәт байлыҡтары, тырыш халҡы һәм бай мәҙәни традициялары менән дан тота. Бында үҙ хеҙмәте һәм һәләте менән район үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән кешеләр йәшәй. Байрам тантанаһында хеҙмәт алдынғылары лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде.