Йылдам үҫешкән заманса төбәктең байрам тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.
Кешелеккә виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, академик Рифҡәт Исрафилов, яҙыусы Ринат Камал һәм башҡа яңғырауыҡлы исемдәрҙе биргән Мәсетле ере бөгөн шифалы санаторийҙары, мул һыулы йылғалары, эшлекле халҡы менән дан алған. Райондың 95 йыллыҡ юбилейына арналған сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, күренекеле йондоҙҙар менән бер рәттән, төбәккә күп йыллыҡ хеҙмәтен бағышлаған ветерандар ҙа саҡырылғайны.
Мәсетле районы 95 йыллыҡ юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Халыҡтың йәшәү шарттары көндән- көн яҡшыра, һыу, газ үтмәгән бер генә лә ауыл ҡалмаған тиерлек. Йылдың ямғырлы килеүенә ҡарамаҫтан, көҙгө уңыш йыйыу кампанияһы ла тамамланыу өҫтөндә. Төбәктең ихлас һәм тырыш халҡы ярҙамында махсус хәрби операция биләмәһенә ай һайын гуманитар ярҙам оҙатыла.
Был иҫтәлекле көндә уңыштарҙы барлап ҡына ҡалмайбыҙ, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләйбеҙ, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙән сығып, киләсәккә пландар төҙөйбөҙ, шунһыҙ алға китеш юҡ, ти район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Райондың йәш гражданиндарына тантаналы рәүештә паспорт тапшырыу күренеше был кисәнең мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. Улар ҙа күкрәп сәскә атҡан был төбәктең яҡты киләсәгенең вәкилдәре булырына һис кем шикләнмәй.
Әлфирә Сәғитова