22 янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Альберт Юлдашев Өфөләге янғын һүндереү часы стенаһында ҡотҡарыусыларға арналған мурал төшөргән.
Янғын һүндереүселәрҙең хеҙмәтенә хөрмәт йөҙөнән ул быға тиклем дә мурал эшләгән. 8-се янғын һүндереү бүлеге стенаһын уның ижад емеше биҙәй. Ул 2003 йылда Октябрь проспектындағы ресторанда сыҡҡан янғынды һүндергәндә һәләк булған хеҙмәттәштәре иҫтәлегенә арналған. Альберт Юлдашев был хеҙмәттә үҙе 19 йыл эшләй.