Баш ҡалала альпака паркы асылды

Яңы паркта шулай уҡ лама һәм ланаларҙы, башҡа хайуандарҙы күрергә мөмкин. Инорс биҫтәһендәге яңы паркты БЮ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева барып күрҙе.

Һәр береһенең ҡушаматы бар.Ҡулға өйрәнгәндәр. Бесән менән туҡланалар. Кишер ашарға яраталар, икмәк, йәки башҡа аҙыҡ менән һыйларға ярамай, альпакаларҙың сирләүе ихтимал.

Тарихҡа күҙ һалғанда, альпакалар 6 мең йылдан ашыу элек Европала ҡулға эйәләштерелгән һәм үрсетелгән. Уларҙың йөнө кейем һәм башҡа изделиелар етештереү өсөн ҡулланыла. Һарыҡ йөнөнән айырмалы рәүештә, альпака йөнө гипоаллерген һәм ланолинһыҙ. Һуңғы йылдарҙа иһә уларҙы халыҡҡа күрһәтеү маҡсатында парктар асыла. Өфө был исемлектә ун икенсе ҡала.

Тәүгеһе Эльбруста, артабан Волгоград, Мәскәү, Петербург, Ҡазанда һәм башҡа ҡалаларҙа асылды. Был альпакалар европанан индерелгән. Бында килгәс бәрәсләгәндәре лә бар. Альпака бәрәсе ун ике айҙан тыуа.

Евгений Ерёменко, парктың идарасыһы

Бында тағы кәзәләр, лама, лана, йорт ҡуяндары йәшәй. Беҙҙең яҡ өсөн ят хайуандарҙы күрергә ғаилә менән киләләр.

Беҙ Аша ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенән. Һәр ҡалала ошондай парктарға инеп ҡарап сығырға тырышабыҙ. Альпакалар күңелде тынысландыра, кәйефте күтәрә.

Ольга Маркина

Паркка инеү түләүле. Билет көн дауамында ғәмәлдә.

Рәмилә Исмәғилева