Өфөлә «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстары башлана

«Имидж» төшөнсәһе нисек формалаша? Имидж уңышҡа өлгәшеүгә нисек ярҙам итә ала? Был һорауға яуапты телерадиосәнғәт мәктәп -студияһы ойошторған «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстарында табырға мөмкин. Яуапты һеҙгә танылған имиджмейкерҙар, бизнес-тренер, карьера үҫтереү буйынса эксперт, имидж-консультант, ораторлаҡ оҫталары, стилист, визажист, этикет белгестәре бирәсәк. Программала шулай уҡ дефиле һәм имиджға бәйле фотосъемка күнегеүҙәре ҡаралған. Уҡыуҙар эфирҙа, экранда, социаль селтәрҙәрҙә, төрлө аудиторияларҙа сығыш яһаған, халыҡ араһында танылыу тапҡан кешеләр өсөн мөһим. Курстар 27 -нән алып 31 октябргә тиклем ойошторола. Белешмә өсөн телефондар: 8 (929) 75-60-400, 8 (905) 30-89-822