Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромында республика көнөнә арналған ҙур ат спорты байрамы үтте. Ярыштарҙа 120 жокей һәм һыбайлы ҡатнашты. Тоҡомло аттарҙа һыбайлылар Башҡортостан Башлығы Призы өсөн көрәште. Бынан тыш башҡорт тоҡомло аттарҙа сабыштар уҙғарылды. Йәш спортсылар пониҙа сығыш яһаны. Ярыштарҙың дөйөм приз фонды яҡынса 5 миллион һум тәшкил итте.