Мутлашыусыларҙан алданыусылар бар

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән 39 йәшлек ҡатынға кадр агентлығынан шылтыратҡандар, инвестиция  итеп аҡса һалырға күндергәндәр. Ул миллион  һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.  33 йәшлек  ҡатынға интернетта сауҙа майҙансыҡтарында лайктар ҡуйып ҡына аҡса эшләргә  тәҡдим иткәндәр. Ул 300 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Нефтекаманан 37 йәшлек ир криптовалюта  баҙарында  сауҙа итергә  өйрәнергә  тырышып  400 мең һумға алданған.