Мәләүез районында яугирҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Һарыш ауылында Геройҙар аллеяһы булдырылды. Мемориал Советтар Союзы Геройы Миңлетдин Әминев, Социалистик хеҙмәт геройы Сәлих Зәйнәғәбдинов һәм Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлегенә арналған. Аллея “Беҙҙең ауыл” программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған.