Хәйбулла районын Ырымбур менән тоташтырған юл ремонтлана

Аҡъяр-Новочеркасск  трассһында  ремонт башланды. Бында  8 километрға  яҡын юл тәртипкә  килтерелә.  Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли  проекты  буйынса  алып барыла.  Транспорт һәм юл  хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,  был юл  ике  төбәкте тоташтыра.  Шуға  уны тәртиптә тотоу  мөһим.  Ремонтты  йыл аҙағына тиклем тамамлау  маҡсаты  ҡуйылған.