Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, махсус хәрби операция биләмәһенә командировкалар барышында йәрәхәттәр алған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә хәрби журналистика ветераны тигән статус бирелә.Ҡарарҙы журналистың шәхси ғаризаһынан һуң Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡабул итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостандан 30-ҙан ашыу журналист даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа командировкаға йөрөй.