Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, урман хужалығын үҫтереү буйынса эш дауам итә. Республика "Урманды һаҡлайыҡ" акцияһында ҡатнаша. Уның барышында 10 милллиондан ашыу ағас ултыртылған, был эшкә 700 мең кеше йәлеп ителгән. Урмандарҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, тине Марат Шәрәфетдинов.