Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында ойошторолған форумда донъяның 50-нән ашыу иленән 250 сит ил студенты ҡатнашты. Ике көн дауамында барған сарала улар илдең башҡарма власть органдары вәкилдәре менән асыҡ диалог форматында лекциялар тыңланы.
Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһы бөтә ил буйынса 27 филиалды берләштерә. Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамларға теләгән студенттар һаны буйынса Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Һиндостан алдынғылар иҫәбендә.