Башҡортостан илдә фельдшер-акушер пункттары төҙөү буйынса алдынғылар иҫәбендә

Бөгөн 2 меңдән ашыу фельдшер-акушер пункты иҫәпләнә. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.  “Кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, - тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Яңы асылған фельдшер-акушер пункттары заманса йыһазландырыла. Пациенттарҙы ҡабул итеү һәм процедура бүлмәләре барлыҡҡа килә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Иглин районы Үктәй ауылында йәшәүсе Әлмира Абдуллина әйтеүенсә, яңы асылған учреждениела халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Ауылдарға сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү – тармаҡ алдындағы төп бурыстарҙың береһе”,  - тип белдерҙе республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.   

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала 2023 йылда “Һанлы фельдшер-акушер пункты” проекты индерелә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен икенсе учреждениеға консультацияға ебәрә ала. Республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Республикала тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла.  Башҡортостанда һуңғы 6 йылда ауылға 280 фельдшер эшкә йәлеп ителә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Башҡортостанда быйыл 6 поликлиника тапшырыла, 9 объект төҙөкләндерелә, 134 модуль конструкцияһы сафҡа инә. 2030 йылға тиклем “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы 400 фельдшер-акушер пунктын асыу ҡарала.