Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым кеше ял иткән. Туристар ағымы буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө, ә Рәсәй кимәлендә-17 урында. Шифаханалағы ялға ихтыяж буйынса ла ул ил кимәлендә алдынғы биш төбәк исемлегендә. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Көн тәртибенә шулай уҡ йәмәғәт биләмәләрен, юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре лә сығарылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында быйыл Башҡортостандан биш башланғыс еңеү яуланы. Октябрьский, Дүртөйлө ҡалалары, Кушнаренко, Үрге Йәркәй ауылдары һәм Шишмә ҡасабаһында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә дөйөм алғанда 436 млн һум аҡса йүнәлтеләсәк. Тәжрибә күрһәтеүенсә, проект тормошҡа ашырылған муниципалитеттарҙа туризм, эшҡыуарлыҡ үҫеш ала, тематик саралар ҙа арта. Оператив кәңәшмә барышында төбәк башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалаларҙы үҫтереү институты етәкселегенә системалы ижади эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостанда туристар ағымын арттырыу бурысы ҡуйылған. Әлегә туроператорҙар 800-ән ашыу туристик маршрут тәҡдим итә, яңыларын булдырыу буйынса эш алып барыла. Төбәктә туризм өлкәһендә дөйөм инвестиция күләме 45 млрд һум булған 200-ән ашыу проект тормошҡа ашырыла. Инфраструктура булдырыла. Дәүләт ярҙамында һуңғы ике йылда ғына номерҙар фонды яҡынса бер меңгә артҡан.
Туризмды үҫтереү маҡсатында Башҡортостан муниципалитеттары «Туризм өсөн ер» федераль проектында ҡатнаша-асыҡ кадастр картаһында дөйөм майҙаны 678 гектар булған 68 участка урынлаштырылған. Шулай уҡ район-ҡалаларҙа буласаҡ инвесторҙар өсөн дә глэмпингтар төҙөлөшө өсөн ер участкалары әҙерләнгән. Радий Хәбиров популяр туристик маршруттарҙа туҡланыу, сауҙа урындарын булдырыу мөһимлеген дә белдерҙе.
2019 йылда республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән район-ҡалаларҙа Һөт кухнялары тергеҙелә башлағайны. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү буйынса ете производство майҙансығы төҙөлдө, 135 таратыу пункты булдырылды. Йыл башынан ғына «Һөт кухняһы» продукцияһы менән льготалы категорияға ҡараған 19 меңдән ашыу кеше тәьмин ителгән. Бушлай туҡланыу алыуға документтарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға мөмкин.
Оператив кәңәшмәлә транспорт, юл мәсьәләләре лә ҡаралды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров асфальтты эшлектән сығарған ҙур йөк машиналары менән көрәштә берҙән-бер һөҙөмтәле ысул-үлсәү контроле пункттарын арттырыу мөһимлеген билдәләне.
Төбәктә эшләгән үлсәү контроле пункттары йылына ҡаҙнаны 600 миллион һумға тулыландыра. Стратегияны тормошҡа ашырғандан һуң күрһәткес 20 млрд һумға тиклем етеүе ихтимал. Был аҡса тәү сиратта автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Оператив кәңәшмәлә Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр ҙә ҡаралды. Уҙған аҙнала Йылытыу миҙгеленә бәйле ялыуҙар 2,5 кәмегән. Барлыҡ мөрәжәғәттәр ҙә төбәктең торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә эшкәртелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль учреждениелар һәм күп ҡатлы йорттарға йылы биреү буйынса хәлде айырым контролдә тоторға ҡушты
Гөлназ Хәйбуллина