Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәктең юл селтәрен яңыртыу мәсьәләләре тикшерелде. Быйыл төбәктә дөйөм оҙонлоғо 150 километр тәшкил иткән 56 төбәк һәм муниципаль-ара трасса участкаһы ремонтланған.
Юл-ремонт миҙгеле аҙағына тиклем «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса тағы ла 350 километр юлды тәртипкә килтереү күҙаллана. Бынан тыш, төҙөүселәр 31 күпер ҡоролмаһын ремонтлай. 12 объектты йыл аҙағына тиклем норматив хәлгә килтере3 планлаштырыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүҙең автомат комплекстары эшен дә ҡараны. Республика биләмәһендә бөтәһе 1 мең 877 ошондай объект ҡуйылған, 384-е Өфө биләмәһендә. Улар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй.