Республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды

Уҙған йәкшәмбе, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайланды. Барлығы 652 кандидат теркәлгәйне, уларҙың 13-ө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Билдәле булыуынса, ветерандарҙың барыһы ла һайлауҙы уңышлы үтеп, халыҡ мәнфәғәтендә эш башлаған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Өфө районы Йоматау ауылы советына ун депутат һайлап алынған. Халыҡ ышанысын яулаусылар тәүге йыйылышта уҡ етди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә - биләмә башлығын раҫлау, даими комиссиялар булдырыу, уларҙың составын билдәләүҙә ҡатнашты.

Махсус хәрби операция ветераны Ришат Низамиев та депутатлыҡ эшен намыҫ менән башҡарырға йыйына. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү тәжрибәһе бар, әле ҡалалағы таҙалыҡ өсөн дә яуаплы.

Өфө район советы ла тулыланған - Башҡортостандың махсус хәрби опрерация ветерандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Рәжәп Арыҫланов депутат мандатын алған. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың теләге бер - республика үҫешендә ҡатнашып, халыҡ файҙаһына эшләү.

Уҙған йәкшәмбе республика төбәктәрендә ҡала, район, ауыл советтарына депутаттар һайланды. Кандидаттар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 13 кешенең барыһы ла халыҡ ышанысын яулаған. Сәйәси кампания законға ярашлы, тыныс шарттарҙа үтте тип билдәләнде оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә Берҙәм тауыш биреү көнөндә 48 территориаль һәм 256 участка комиссияһы эшләгән. Төп һайлауҙар Белорет һәм Бөрө ҡалаларында, шулай уҡ Өфө районы Йоматау ауылында үткән.

Башҡортостанда, дөйөм алғанда, 186 меңдән ашыу кеше һайлауҙа ҡатнаша алды. Уларҙың 48,3 проценты, йәғни 90 меңдән ашыу кеше үҙҙәренең ауыл, ҡала, район советтарына депутаттар өсөн тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы иң күп мандаттар алды.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары

Белгестәр билдәләүенсә, һайлау һөҙөмтәләре буйынса, илдең төп сәйәси партияһы йәнә үҙ көсөн күрһәтте. Барлыҡ муниципалитеттарҙа ла еңеү яуланды. Төбәктә ил президенты тарафынан ҡуйылған бурыстар ҙа үтәлә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары сафын тулыландыра. Был йәһәттән «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Гөлназ Хәйбуллина