Программала ҡатнашҡан компанияларҙың береһе төтөн торбалары производствоһын яңыртыуға 100 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Яңы станоктар етештереү ҡеүәтен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уңышлы башланғыс тураһында киләһе сюжетта.
Бындай төтөн торбаһын газ менән йылытылған һәр шәхси йортта күрергә мөмкин тиерлек. Инженер система Өфөләге предприятиела ла етештерелә. Радмир Хәмитов компания асылғандан алып эшләй, әле баш механик вазифаһында. Бәләкәй генә цехтан ҙур завод барлыҡҡа килеүен ул үҙҙәре менән күргән.
Сағыштырып ҡарағанда, компания асылғанда ни бары биш хеҙмәткәр генә булһа, хәҙер улар йөҙгә еткән. Производство ҡеүәттәрен арттырыуға дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ иткән. Өс йыл эсендә генә предприятие етәкселеге Сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса дөйөм алғанда 100 миллион һумлыҡ льготалы кредит менән ҡулланған. Займ ярҙамында яңы станок та алынған, тиҙҙән ул эшкә ебәрелә.
Милли проект буйынса, йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа үҫтереү ҡаралған. Был йүнәлештә Башҡортостан алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Башланғысҡа 206 предприятие йәлеп ителгән. Төбәк башлығы Радий Хәбиров та программаның мөһимлеген билдәләп, проект яңы корпоратив мәҙәниәт булдырыуға йоғонто яһай тине.
Һуңғы биш йылда республикала сәнәғәт производствоһы үҫеше 23% тәшкил иткән. Предприятиеларға республика ҡаҙнаһынан 16 млрд һумлыҡ ярҙам саралары йүнәлтелгән. Сит ил баҙарына сығыу ҙа үҫешкә этәргес. Шул уҡ төтөн торбалары етештереүсе завод Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең барлыҡ илдәренә лә продукцияһын оҙата. Сауҙа географияһын киләсәктә тағы ла киңәйтеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина