Башҡортостан башлығы Салауат ҡалаһында яңы сәнәғәт объекттары төҙөлөшөн ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле инвестиция проекттары менән танышты. Битум предприятиеһы резервуар паркын киңәйтһә, «Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә резидент тарафынан яңы производство төҙөлөшө алып барыла. Шулай уҡ төбәк етәксеһе ҡала эшҡыуарҙары менән осрашты, федераль конкурс буйынса төҙөкләндереү эштәре алып барылған йәмәғәт биләмәһен ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Былтыр июндән Салауат ҡалаһының сәнәғәт зонаһында күләмле төҙөлөш эштәре алып барылды. Республикала битум етештереү буйынса алдынғы предприятиеларҙың береһе 60 мең тонна сеймал һаҡлауға иҫәпләнгән яңы резервуар паркын сафҡа индерҙе.

Һуңғы һигеҙ йыл эсендә генә компания производствоны үҫтереүгә яҡынса 2 млрд 400 млн һум йүнәлткән. Продукцияға ихтыяж юғары. Битум республиканың һәм күрше төбәктәрҙең эре юл-төҙөлөш компанияларына, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә лә оҙатыла.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров предприятие коллективын күләмле инвестиция проектының сираттағы этабы тамамланыуы менән тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы

Төбәк етәксеһе «Алға» айырым иҡтисади биләмәнең 4-се төҙөлөш майҙансығында ла булып, «Инвестиция сәғәте»ндә хупланған проект мөмкинлектәре менән танышты. Бында углеводород газдарын хуш еҫле углеводородҡа эшкәртеүсе ҡулайлама төҙөлә. Сеймал менән «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы тәьмин итәсәк. Етештереләсәк продукция сәнәғәт предприятиеларының тотороҡло эше өсөн айырыуса әһәмиәтле исемлеккә индерелгән. Дөйөм инвестициялар күләме-7 млрд һумдан ашыу.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһы етәкселеге менән дә осрашты. Компания бер нисә тапҡыр пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланышындағы террористик һөжүмгә дусар булғайны, уларҙың эҙемтәләре оператив рәүештә юҡ ителде, завод штат режимында эшләй. Бынан тыш, компания йылына 45 мең тонна полимер етештереү ҡеүәте булған яңы завод төҙөлөшөн дә уңышлы бара, продукция шәхси гигиена саралары производствоһында ҡулланыла.

Эш сәфәре барышында республика башлығы Радий Хәбиров ҡаланың бизнес-берләшмәһе вәкилдәре менән дә осрашты. Асыҡ һөйләшеү барышында төбәк етәксеһе эшҡыуарҙарҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары артыуы күҙәтелә, үҫешкә, тәү сиратта, ярҙам саралары этәргес.

Эшҡыуарҙар һәм яҡын райондарҙан килгән бизнес-шерифтар төбәк башлығы менән эшлекле осрашыуҙың һөҙөмтәле үтеүен билдәләне

Бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыу белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы стеналарында үтте. Уҡыу йорто капиталь ремонттан һуң заманса төҫ алған. Шулай уҡ әле урындағы балалар художество мәктәбендә лә күләмле төҙөкләндереү эштәре бара.

Элекке ятаҡ бинаһы хәҙер яртылаш ҡына түгел, ә тулыһынса мәктәп ихтыяжында файҙаланыласаҡ. Капиталь ремонт «Ғаилә» милли проектының «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты буйынса ойошторолған, әле эске һәм тышҡы биҙәкләү эштәре башҡарыла. Майҙандар артыу менән уҡытыу программаһы ла байытыласаҡ

Проект буйынса капиталь ремонттан һуң мәктәптең майҙаны 1500 квадрат метрға артып, өҫтәмә рәүештә 13 уҡыу бүлмәһе, китапхана барлыҡҡа киләсәк. Ә бына Яңы тамаша залында төрлө мәҙәни саралар уҙғарылыуҙан тыш, ҡурсаҡ театры ойоштороу ҡаралған.

Былтыр Салауат бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Проект буйынса әле Ленин исемендәге майҙанда һәм Беренсе май урамында төҙөкләндереү эштәре бара. Тротуар плитка һалынған, арт-объекттар, эскәмйәләр, ял зоналары, күргәҙмә стендтары барлыҡҡа килгән. Урындағы халыҡ үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.

Салауат ҡалаһы үҙәгендәге күләмле төҙөкләндереү эштәрен ноябрҙә тамамлау планлаштырылған. Радий Хәбиров ҡала үҙәген заманса үҙгәртеп ҡороу буйынса саралар планын артабан да дауам итеү бурысын ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе муниципалитеттарҙың федераль конкурста әүҙем ҡатнашып, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә аҡса йәлеп итеүе яҡшы мөмкинлек булыуын билдәләне. Әйтәйек, быйыл бәйге һөҙөмтәләре буйынса Октябрьский, Дүртөйлө ҡалалары, Кушнаренко, Үрге Йәркәй ауылдары һәм Шишмә ҡасабаһы проекттары еңеү яуланы. Тиҙҙән улар ҙа яңырыу кисерәсәк.

Гөлназ Хәйбуллина