Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Бөтә хәрбиҙәрҙең дә ҡаһарманлығы ил президенты Указы менән Батырлыҡ ордены менән билдәләнгән. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренең оло ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға улдарының наградаһын-генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеЛәштереү буйынса саралар ойошторолоуын, ғаиләләргә һәр яҡлап та хәстәрлек күрһәтеләсәген билдәләне.