Өфөлә «Ватан һаҡсыһы атаһы» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте

Атайҙар көнө алдынан Колонналар залында «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Награда хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталарына тапшырылды. Ике махсус хәрби операция ветераны еңел автомобиль асҡысы алды. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә «Батырлыҡ ордены»,«Ҡаһарманлыҡ өсөн»миҙалы, Генерал Шайморатов ордены тапшырылды.

Залдағыларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә- мәңгегә юғалтҡан ғәзиздәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо. Әммә улдары тураһында һөйләү генә түгел, уйлау менән дә улар күҙ йәштәрен саҡ тыя. Бөрйән районынан мобилизацияланған Илнур Сәғитов һәләк булғандан һуң»Батырлыҡ ордены«һәм»Генерал шайморатов ордены«менән бүләкләнгән. Бөгөн уның ата-әсәһе Өфөнән күкрәгенә миҙал тағып ҡайта.

Колонналар залында ил геройҙарын тәрбиәләгән атайҙар, махсус хәрби операция ветерандары, шулай уҡ уларҙың яҡындары тәбрикләнде.

Миҙал менән әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған ватан патриоттарын тәрбиәләгән 19 кеше бүләкләнде. Тәүге тапҡыр награда былтыр тапшырылғайны.

Туймазы районында тыуып үҫкән Денис Ғөбәйҙуллин махсус операцияға мобилизация буйынса юллана. 2024 йылда ҡаты яраланғас, быйыл һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәттән бушатыла. Яҡындарына ике аяҡһыҙ ҡалған йәш егетте коляскала этеп йөрөргә тура килһә, бөгөндән ул үҙе ҡатынын, биш йәшлек ҡыҙын автомобилдә ултыртып йөрөтә аласаҡ. Уға ҡул менән идара итә торған еңел автомобиль асҡысы тапшырылды.

Махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән һәм ике аяғы ла ампутацияланған Әсхәт Ғибәтуллин да Салауат ҡалаһына яңы автомобиль менән ҡайта.

Тантанала ҡатнашыусылар Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан- ил геройҙары үҫтереүсе төбәк икәнен быуаттар дауамында иҫбатлай. Илһөйәрлек рухы -халҡыбыҙ ҡанында.

Рәмилә Исмәғилева