Өфөлә “Ватан һаҡсыһы атаһы” миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте

Йәмәғәт наградаһына патриоттар тәрбиәләгән 19 атай лайыҡ булды. Ике махсус хәрби операция ветеранына еңел автомобиль асҡысы тапшырылды. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республикалағы филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

  Шулай уҡ сарала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә “Батырлыҡ ордены”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, Генерал Шайморатов ордены тапшырылды. Бөрйән районынан Наҙиә һәм Иршат Сәғитовтарҙың улы Илнур алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

   Туймазы районынан Денис Ғөбәйҙуллин махсус операцияға мобилизация буйынса юллана. 2024 йылда ҡаты яралана. Уға ҡул менән идара итә торған еңел автомобиль асҡысы тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәйҙә Атайҙар көнө йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 19 октябргә тура килә.