Яңы тыуған сабыйҙар балалар баҡсаһы һәм мәктәпкә сиратҡа ҡуйылырға тейеш

Дәүләт Думаһы депутаттары ошондай башланғыс тәҡдим итә. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министры Мәҡсүт Шадаевҡа хат ебәрелгән. Әле баланы тәрбиә һәм белем усағына сиратҡа ҡуйыу өсөн үҙ аллы ғариза бирелә. Шулай уҡ паспорт, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа документтар кәрәк. Уларҙы учреждениеға барып тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында заявка тултырырға була. Депутаттар фекеренсә, ҡыҙ һәм малайҙарҙы автоматик рәүештә сиратҡа ҡуйыу документ тапшырыу тәртибен һанлы форматҡа күсерергә ярҙам итергә тейеш.