Башҡортостандан 4 уҡыусы “Иң яҡшы хат дәресе” конкурсында еңгән

Ярышта йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм педагогтар ҡатнаша. Балалар тәҡдим ителгән темалар буйынса хат яҙа. Уҡытыусылар бындай дәрестәрҙе ойоштороу алымдарын күрһәтә. Бөтә Рәсәй конкурсында Борайҙағы 2-се мәктәп уҡыусылары Динара Сәйетғәлиева һәм Илдан Шәйҙуллин, Республика дистанцион белем биреү үҙәгенән Владимир Михайлов һәм Бишбүләк районы Дим ауылы мәктәбенән Екатерина Калмыкова лауреат булған. Ярышта барлығы 46 уҡыусы һәм 6 педагог еңгән. Улар араһында Курск, Белгород һәм Херсон өлкәләре уҡыусылары ла бар.