Ленин урамындағы бинаның тышына Башҡортостандың төп символдары төшөрөлгән. Картинаның авторҙары Артур Лукьянов һәм Артур Мөзипов. Ҙур граффитиҙа берҙәмлек һәм ныҡлыҡ билдәһе булған ҡурай, дала бөркөтө һәм бейек тауҙар һүрәтләнгән.