Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтары яҡланған

Беҙҙең республикала ил төбәктәре  араһында төҙөлгән рейтингта беренсе урын алған. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифаты 65 күрһәткес буйынса баһаланған. 9 айҙа 600-гә яҡын ялыу ҡаралған. 6 миллион һумдан ашыу суммаға матди ярҙам ҡайтарып бирелгән. Рейтингта икенсе урында  Татарстан, өсөнсөлә Белгород өлкәһе.