Грипп менән ауырыусылар һаны артыуы декабрь-ғинуар айҙарында фаразлана

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Анна Казак шулай тип белдерҙе. Уҙған миҙгелдә иһә ауырыусылар март айында күп булған. Халыҡ киҙеүҙән прививка эшләтә ала. Иммунитет нығынһын өсөн  3-4 аҙна талап ителә, - тине Анна Казак. Башҡортостанда икенсе аҙна рәттән һалҡын тейҙереп ауырыу осраҡтарының  кәмеүе теркәлә.